19 май Советтар Союзында барлыҡҡа килгән байрам-Пионерҙар көнө билдәләнә. Миллиондарса кеше өсөн был дата әле лә айырым мәғәнәгә эйә. Тантаналы линейкалар, ҡыҙыл галстук менән пилотҡа-һәр кемдең хәтерендә. Хәрәкәт бөгөн дә тергеҙелеп, балаларҙы яңы тулҡын менән үҙенә йәлеп итә. Өфөләге тантаналы саранан БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина әҙерләгән яҙма.
Аҡ күлдәк әҙер, кәйеф тә күтәренке. Икенсе синыфта белем алған Игорь Павленко тулҡынланыуын йәшермәй, бөгөн ул советтар союзында ойошторолған балалар хәрәкәтенә ҡушылып, ҡыҙыл галстук тағасаҡ.
Өфөнөң 117-се мәктәбенең барлығы 28 уҡыусы Пионерҙар хәрәкәтен тулыландырҙы. Шулай уҡ Әлшәйҙән дә балалар саҡырылғайны. Тантаналы сара Владимир Ильич Лениндың Йорт-музейы биләмәһендә ойошторолдо. Ойошма ағзаһы булыу-балаларҙың иңенә яуаплылыҡ өҫтәй. Һүҙҙе эш менән күрһәтеү-кескәй йөрәктәрҙе һәр яҡлап сыныҡтыра.
Пионерҙар сафына ингән уҡыусыларға ҡотлау һүҙҙәрен билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә еткерҙе. Бала саҡтағы был ойошма тураһында тик яҡшы хәтирәләр генә ҡалған.
Пионерҙар өсөн Ленин йорт-музейына экскурсия ла уҙғарылды. Күргәҙмә залдары менән танышыу менән бер рәттән һәр кем Владимир Ильичтың үҙен дә күҙ алдына баҫтырҙы. Шәхестең образын Башҡортостандың халыҡ артисы Мәхмүт Фәтихов тулыһынса асты.
Йәш тә улар, ҡыйыу ҙа. Мәктәптә яҡшыға уҡыған, дуҫлыҡ ҡәҙерен белгән уҡыусылар өсөн 19 май хәҙер көтөп алынған байрамдарҙың береһенә әйләнәсәк. Белем усаҡтарында хәрәкәт ағзалары ирекмәнлек, илһөйәрлек сараларына йәлеп ителәсәк.
Гөлназ Хәйбуллина




