Быйылғы «Китап-байрам»ы республиканың барлыҡ муниципалитеттарын да солғап аласаҡ. Халыҡ-ара йәрминкә сиктәрендә күләмле проект әҙерләнгән. Уның ярҙамында хәҙер иң төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә илдең иң ҙур китап ваҡиғаһының бер өлөшө була аласаҡ. Халыҡ-ара йәрминкә Өфөнөң Совет майҙанында 28-30 майҙа үтә. Иртәнән кискә тиклем унда тематик зоналар эшләйәсәк, яңы китаптарҙың исем туйы, яҙыусылар һәм нәшриәтселәр менән осрашыуҙар, автограф-сессиялар, дискуссиялар һәм бөтә ғаилә өсөн мәҙәни саралар ҡаралған. Беренсе көн-халыҡтар берҙәмлегенә, икенсеһе-традицион ғаилә ҡиммәттәренә, ә һуңғыһы Рәсәй тарихына, хәтер һәм үткәндәргә хөрмәт күрһәтеүгә арнала.




