Өфөнөң йәш тамашасы театры «Хаталар өҫтөндә эш» тип аталған клоунада премьераһы әҙерләй

Сәхнә әҫәрендә хәҙерге мәктәп тормошонан төрлө хәлдәр күрһәтелә. Бының өсөн театр артистары төрлө мәктәптәргә барған һәм сәхнә әҫәрендә уларҙан тәьҫораттарҙы туплаған.

Актерҙар хаталарҙың дәфтәрҙәрҙә генә түгел, ә тормошта ла булып тороуын һәм уны ғәҙәти хәл итеп ҡабул итергә өндәй. Спектаклдең премьераһы театрҙа 29 майҙа көтөлә, ә 31 майҙа уны «Арт- квадрат» майҙансығында күрергә мөмкин.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ