Яһалма зиһен ярҙамында генерацияланған Айһылыу Радий Хәбировҡа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының яңы урынбаҫарын тәғәйенләү өсөн указ төҙөргә ярҙам итте. Олег Александрович Ли республикала яһалма зиһен индереү һәм ошо мәсьәләләр буйынса ведомстволарҙы координациялау өсөн яуап бирәсәк. Бөгөн ул коллегалары алдында тәүге сығыш яһаны. Республикала яһалма зиһен индереү буйынса стратегик сессияла телмәр тотоп ул Башҡортостанда күп тармаҡтарҙа заман талабын ҡулланыу мөмкин тип белдерҙе.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, республикала яһалма зиһен индерелгән өлкәләр бар. Һаулыҡ һаҡлау, ауыл хужалығы, сәнәғәт тармағында мәғлүмәт технологияларын киң ҡулланған предприятиелар байтаҡ. Был киләсәк һәм уны Голливуд фильмдарына ҡарап кире ҡағыу дөрөҫ түгел, тине төбәк башлығы. Яһалма зиһен бер нисек тә кешене алыштырмай, ә уның ярҙамсыһы ғына була ала.
Стратегик сессияла төрлө өлкә ведомстволары үҙ эшмәкәрлегендә яһалма зиһен ҡулланыу тәжрибәһен һөйләне. Ләкин ул әле һанлы технологиялар кимәлендә генә. Яһалма зиһенде тәрәнерәк өйрәнеү һәм индереү өсөн яуаплы вазифаларҙың да будыуы шарт. Радий Хәбиров яңы вице-премьер тәғәйенләүҙән тыш, һанлы үҫеш һәм яһалма зиһен технологияларын индереү мәсьәләләре буйынса Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы совет ойошторҙо.




