Белореттар фронтҡа ярҙам итә

Райондан махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылау ебәрелгән. Колоннаны район хакимиәте башлығы Азат Хәкимов оҙатып барған. Һалдаттарға УАЗ, ВАЗ автомобиле, “Урал” һәм кросс мотоциклдары, шулай уҡ кәрәк-яраҡтар тапшырылған. Азат Хәкимов Красный Луч ҡалаһындағы мәктәптә булған. “Мөмкинлек булғанда был белем усағына килергә тырышам. Педагогтар һәм балалар менән аралашам. Башҡортсотан балалары Красный Лучтағы ҡыҙ һәм малайҙарға сувенирҙар ебәрҙе. Был бүләктәр Луганск халҡы менән бергә булыуыбыҙҙы күрһәтә”, - тип яҙған социаль селтәрҙә район етәксеһе.

Фото №1 - Белореттар  фронтҡа  ярҙам итә
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ