Өфөлә "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" буйынса сараларға 125 меңдән ашыу пенсионер йәлеп ителгән

Бер йылда ваҡытын файҙалы итеп уҙғарырға теләүселәр һаны  ике  тапҡырға артҡан, тип хәбәр итәләр  ҡала  хакимиәтенән. Өлкәндәр спорт, ижад, туризм, ирекмәнлек менән шөғөлләнә. Концерт, фестиваль, ижади кисәләргә бара, тыуған төйәк буйлап сәйәхәт итә. "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" проекты Республика Башлығы Радий  Хәбиров башланғысы менән булдырылды һәм ете йүнәлеште эсенә  ала. 

Фото №1 - Өфөлә "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" буйынса сараларға 125 меңдән ашыу пенсионер йәлеп ителгән
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ