Башҡортостанда иң яҡшы мәктәп ашханалары асыҡланды

Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабы үтте. Финалда төрлө район һәм ҡалаларҙан 9 команда ҡатнашты. "Халыҡ һаны миллиондан артҡан ҡаланың иң яҡшы ашханаһы" номинацияһында  Өфөләге 28-се  һуҡырҙар өсөн коррекция мәктәп-интернаты  еңеү яуланы.  Иң яҡшы ҡала мәктәбе ашханаһы - Белореттағы 8-се мәктәп. Ауыл мәктәптәре ашхналары араһында Бишбүләктең  3-сө  мәктәбе баһаланды. Был турала  Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан хәбәр итәләр.

Фото №1 - Башҡортостанда иң яҡшы  мәктәп ашханалары асыҡланды
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ