Йыл һайын бының өсөн 55 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, быйыл 91 мең гектарҙа сысҡанға ҡаршы эштәр ҡаралған. Өфөлә халыҡ күпләп йөрөгән биләмәләр талпандан эшкәртелә. 100-гә яҡын урын билдәләнгән.





