Өфөлә V Халыҡ-ара Мәхмүтов уҡыуҙары үтте

Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең Өфө юғары уҡыу йорттары кампусында V Халыҡ-ара Мәхмүтов уҡыуҙары ойошторолдо. Әнәс Хөсәйен улы Башҡортостан иҡтисадында яҡты эҙ ҡалдырған шәхес. Академик, атҡаҙанған фән эшмәкәре, төбәкте стратегик планлаштырыуҙың башланғысында тора, иҡтисадсылар әҙерләй, баҙар иҡтисадына күсеү программаһын эшләй, 2005 һәм 2015 йылдарға тиклем республиканы үҫтереү стратегияһын етәкләй. Мәхмүтов мираҫы бөгөнгө көндә лә Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә йоғонто яһай, тип билдәләнде конференцияла. Мәхмүтов уҡыуҙарында Рәсәй, Белорусия һәм Ҡаҙағстандан алдынғы иҡтисадсылар һәм дәүләт хеҙмәте вәкилдәре ҡатнашты. Эксперттар иҡтисадты һанлы үҙгәрештәр шарттарына яраҡлаштырыу стратегиялары, геосәйәси хәүефкә ҡаршы тороу ысулдары хаҡында фекер алышты. Конференцияла ҡатнашыусылар глобаль үҙгәрештәр шарттарында өс ил араһындағы хеҙмәтәшлекте координациялауҙың мөһимлеген дә билдәләне.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ