Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән Нефтекамала булды

Ҡаланың социаль-иҡтисади үҫеше буйынса кәңәшмә уҙғарылды. Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, бындағы етәкселек ышаныслы эшләй. Иҡтисад үҫешә, эшһеҙлек кимәле түбән. "Нефаз" ҡатмарлыҡтарҙы үтте, хәҙер күрһәткестәр яҡшырған, автобустарға заказ күп. "Нефтекама" йылдам үҫеш биләмәһе ҙур роль уйнай. Беҙ ҡалаға ярҙам итергә тырышабыҙ. "Ғаилә" милли проекты буйынса филармонияға капиталь ремонт эшләнә. 1 мең 225 урынға мәктәп төҙөлә, - ти Радий Хәбиров.

Фото №1 - Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән Нефтекамала булды
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ