Вячеслав Алеев, Рузаль Бәҙретдинов, Леонид Башуров, Айрат Дәүләтов, Сергей Димитриев, Салауат Тимерғәлиев, Алексей Федоров һәләк булғандан һуң генерал Шайморатов орденына күрһәтелде. Бөгөн был наградалар уларҙың яҡындарына тапшырылды. - Егеттәр Тыуған ил өсөн ғүмерен бирҙе. Улар - ысын геройҙар. Беҙҙең төп бурыс - улар хаҡында онотмау, исемдәрен мәңгеләштереү, яҡындарына ярҙам итеү. Махсус хәрби операция тамамланғас Өфөлә беҙҙең яугирҙар иҫтәлегенә мемориал ҡуйыласаҡ, тине Радий Хәбиров.





