Олимпиада еңеүсеһенә-фатирға аҡса. Благовещен районында уҡыуға тырыш һәм һәләтле балаларҙы дәртләндереү өсөн үҙенсәлекле тәжрибә эшләй. Олимпиадының кимәленә ҡарап уҡыусыларға киләсәктә фатир һатып алыу өсөн сумманың 3-10 процентын тәшкил иткән сертификат йыйыла. Еңеүселәр бишенсе класстан 11-се классҡа тиклем сертификатҡа етди сумма туплай ала. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.
Тимур Таймырҙин рус әҙәбиәтенән республика олимпиадаһы призеры. Даими бәйгеләрҙә еңгән һәләтле уҡыусылар өсөн Благовещен районында дәртләндереү саралары ойошторолған. Аҡсалата стипендиянан тыш киләсәктә фатир һатып алыу өсөн сертификаттар ҡаралған. Олимпиаданың кимәле, призлы урынына ҡарата торлаҡ хаҡының 3-10 процентын муниципалитет бюджеты ҡаплай.
Дәртләндереү сараһы бишенсе класстан алып ғәмәлдә. Йыл һайын олимпиадала еңеүсе уҡыусы сығарылыш класс ваҡытына торлаҡҡа ярайһы сумма туплай ала.
Репсубликала Рәсәй, халыҡ-ра кимәлдәрҙә уҙғарылған олимпиадарҙа призлы урындар яулаусы балалар байтаҡ. Рәсәйһең Йыйылма командаһындағы балалар бәйгеләргә Аврора һәләттәр үҫтереү үҙәгендә әҙерлек үтә. Ҡытайҙа уҙасаҡ иҡтисад буйынса Халыҡ ара олимпиадала Стәрлетамаҡтан Руслан Әминев ҡатнашасаҡ.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төрлө кимәлдә уҙғарылған олимпиадаларҙа урын алыусылар төбәк ғорурлығы тип билдәләне. Дүшәмбе оператив кәңәшмәлә олипиадала юғары баһаларға лайыҡ булыусы уҡыусыларға Башҡортостан башлығының рәхмәт хаттары тапшырылды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, киләсәк быуын вәкилдәренең уңыштары республиканың ышаныслы ҡулдарҙа буласағына ишара.
Ф.Миһранова




