Фронтта иң кәрәклеһе – дрондар

Бөгөн пилотһыҙ осҡостар хәрби бурыстарҙың күп өлөшөн үтәй. Разведка алып бара, һөжүм итә. Үтеү ауыр булған урындарға, шулай уҡ алғы позицияларға хәрби припастар, аҙыҡ-түлек, дарыу илтә ала. Ҡораллы көстәр сафына пилотһыҙ осҡостар менән идара итеүселәр саҡырыла. 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге ир-егеттәр алына. “Ил өсөн яуаплы осорҙа һалдаттар сафына баҫырға булдым”, - ти “Электроник” ҡушаматлы яугир. Ул “Башҡортостан” полкында хеҙмәт итә.

Фронтта иң кәрәклеһе – дрондар

122 телефоны буйынса хәрби хеҙмәт тураһында тулыраҡ белешмә  алырға була. Республикала яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн 54 ярҙам сараһы ҡаралған.

Фото №1 - Фронтта иң кәрәклеһе – дрондар
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ