Вице-премьер-Спорт министры Руслан Хәбибов төҙөлөш барышы менән танышты. "Был заманса спорт объекты төрлө ярыштар уҙғарыу, физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн тәғәйенләнә", - тине ул. Стадионда футбол майҙаны, воркаут менән шөғөлләнеү урыны, хоккей ҡумтаһы, йүгереү өсөн һуҡмаҡтар, баскетбол, волейбол майҙансыҡтары була.





