Башҡортостан ирекмәндәре яугирҙарға ағас оҙатты

Яугирҙар үтенесе яуапһыҙ ҡалмай. Полиция ассоциацияһының ирекмәндәр штабы ағзалары ватан һаҡсыларына ағас оҙатты. 60 кубометр ҡайынды Иглин районынан Ғаяз Шәмсетдинов бушлай бүлгән. Гуманитар ылау илебеҙ мәнәфәғәттәрен яҡлаусы хәрбиҙәр өсөн бик мөһим. Был материалдар блиндаждарҙы, траншеяларҙы һәм элемтә юлдарын, шулай уҡ ҡорал келәттәрен ағас менән көпләргә мөмкинлек бирә. Ағасты йөк машинаһына тейәүҙә Вадим Ҡырҙасов ҙур ярҙам күрһәткән. Ул үҙенең шәхси манипуляторы менән Ҡариҙел районынан килеп еткән.

Гуманитар ылауҙы ойоштороусыларҙың береһе Альфред Сафин йөк машинаһы артынан үҙе лә оҙон юлға сығырға әҙерләнә. Был сәфәр 61-се, ти ирекмән. Барған һайын ул үҙенең машинаһын тултырып яугирҙарға ылау илтә

Волна
Акции БСТ