Ирәмәл итәге ижад майҙанына әйләнде. Республиканың ҡылҡәләм оҫталары иртәнән кискә тиклем асыҡ һауала картиналар яҙҙы. Пленэр Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Вәкил Шәйхетдиновтың «Беҙҙең һуҡмаҡ» проекты буйынса үтә. Ун рәссам урындағы төбәктең, Ирәмәлдең, уны уратып алған тау-йылғаларҙың, тарихын өйрәнеп, үҙ эштәрендә сағылдыра, күргәҙмәләр ойоштороп, тәжрибә уртаҡлаша. Сәнғәт өлгөләре менән тәүгеләрҙән булып БЮТ хәбәрселәре танышты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Ҡулда-ҡылҡәләм, күҙ алдында хозур тәбиғәт, һауа торошо алдан һөйләшеп ҡуйылғандай. Ҡояшлы иртәлә рәссамдар эшкә тотондо. Һәр ижадсы тәбиғәтте үҙенсә аса. Берәүҙәр акварель ҡулланһа, икенселәр тауҙарҙың көсөн майлы буяуҙар менән һүрәтләй.
Вәкил Шәйхетдинов өсөн был үҙе ойошторған тәүге пленэр. Бик күп тауҙарҙы, мәмерйәләрҙе айҡап сыҡҡан рәссамдың һәр картинаһы тыуған ергә һоҡланыуҙың йәнле сағылышы. Ижади йыйынға йәш рәссамдар ҙа әүҙем ҡушылды. Проект туризмды үҫтереүгә, Ирәмәлдең гүзәллеген бөтә Рәсәйгә һәм сит илдәргә күрһәтеүгә ҙур этәргес бирер, тип көтөлә.
Проект барышында Силәбе өлкәһе Төлөк ауылы эргәһендәге тәбиғәттә көн аша күргәҙмә лә ойошторола, рәссамдар үҙ-ара тәжрибә уртаҡлаша. Асыҡ һауала бергә ижад итеү, аралашыу яңы идеялар, өҫтәй, ти ҡатнашыусылар.
Ирәмәл итәгендә ҡылҡәләм оҫталары тәбиғәттең асылын яңыса һүрәтләргә тырыша. Ошо ижади йыйын һөҙөмтәһе-яҙылған картиналар, күргәҙмәләргә ҡуйылып, тарихта онотолмаҫ эҙ ҡалдырыр.
Фәниә Рафиҡова



