Бәрҫеүән йылғаһы аша күпер бер нисә этапта ремонтлана

1 июндән 5 сентябргә тиклем Р-240 Өфө‑Ырымбур федераль юлының бер өлөшө – Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙе ремонтлайҙар. 1976 йылда төҙөлгән 47 ярым погон метр оҙонлоҡтағы күпер көн һайын 105 меңгә яҡын автомобилде үткәрә. Эштәр өс этапта була: 1-се июндән 8-се июлгә тиклем — һул яҡта ғына хәрәкәт булдырыла, артабан 13 авгусҡа тиклем — уң яҡта ғына йөрөргә генә мөмкин. 13  августан автомобиль йөрөшө ирекле, сөнки эштәр күпер аҫтында үткәрелә. Ремонт дауамында тәүлектең ваҡытына ҡарап һыҙаттар һанын көйләүсе реверсив хәрәкәт эшләйәсәк.

Фото №1 - Бәрҫеүән йылғаһы аша күпер бер нисә этапта ремонтлана
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ