Республикала 2025 йылда дүрт дәүләт предприятиеһы хосусилаштырылған

Республикала 2025 йылда дүрт дәүләт предприятиеһы хосусилаштырылғанБыл турала бөгөн Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың 33-сө пленар ултырышында Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская белдерҙе. Парламент ултырышында депутаттар шулай уҡ өс тиҫтәнән ашыу ҡануни документты ҡараны. Улар араһында Дәүләт Думаһынан килгән закон проекттары ла бар. Ултырышта Республика башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Ҡануни үҙгәрештәр тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

«Башҡортостан» нәшриәт йорто, «Матбуғат донъяһы» нәшриәте, «Башавторанс» компанияһы, Торлаҡ төҙөлөшө фонды. Республикала 2025 йылда дүрт дәүләт предприятиеһы хосусилаштырылған. Был эшмәкәрлек «Дәүләт һәм муниципаль милкен хосусилаштырыу» тураһындағы федераль законға таянып алып барыла. Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса социаль функциялы учреждеиелар был исемлеккә индерелмәй. Мәҫәлән, Рәсәйҙәге аэропорттарҙы алып ҡарағанда, тик Өфөнөкө генә дәүләт ҡарамағында, тине Наталья Полянская.

«Ер аҫты ҡаҙылмалары» тураһындағы Башҡортостан кодексына ла үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индерелә. Уларға ярашлы был тармаҡта ла «Берҙәм тәҙрә» системаһы ғәмәлгә индерелә, йәғни бар мәғлүмәтте бер урында алырға мөмкин.

Парламент ултырышында шулай уҡ урындағы үҙидара, тоҡомло малсылыҡ, ойошмалар мөлкәтенә һалым тураһындағы закон проекттары ҡаралды. Ҡануни документтарҙың төп өлөшөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға социаль ярҙам буйынса. Ошо өлкәлә эшләгән ойошмаларға дәүләт ярҙамы, үҙ эшен асҡандарға субсидия биреү.

Депутаттар шулай уҡ оҙаҡ йылдар Парламент рәйесе булып эшләгән Константин Толкачевты иҫкә алды. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе вазифаһын башҡарыусы Салауат Хөсәйенов билдәләүенсә, күренекле дәүләт эшмәкәренең иҫтәлеген мәңгеләштереү саралары күреләсәк. Гөлнур Ҡолһаринаның депутатлыҡ вәкәләте лә ваҡытынан алда туҡтатыла, Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының эшен камилаштырыу менән шөғәлләнәсәк.

Рәмзиә Кәримова

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ