«Шүлгәнташ» музейы Рәсәйҙең Милли премияһында еңеү яуланы

«Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни ҡурсаулығы Дмитрий Лихачев исемендәге Музей эше өлкәһендәге 3-сө Милли премияла «Милли байлыҡ» номинацияһында еңеү яуланы. Был хаҡта Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрендә хәбәр итте. Башҡортостан проекты Рәсәйҙең алдынғы музейҙары һәм ҡурсаулыҡтары-«Петергоф», «Бородин яланы», «Сталинград алышы» һәм башҡа меңдән ашыу ғариза араһынан һайлап алынған. «Шүлгәнташ»-Рәсәйҙә палеолит осорондағы ҡая сәнғәтенә бағышланған беренсе һәм әлегә берҙән-бер музей, ул ЮНЕСКО-ның «Бөтә донъя мираҫы» исемлегенә индерелгән, тип яҙа Радий Хәбиров. Башҡортостан башлығы барыһын да Бөрйән районында урынлашҡан ғәжәйеп музей менән танышырға саҡырҙы.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ