Өфө мәктәптәрендә дрондар буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо

Өфө мәктәптәрендә пилотһыҙ осоу аппаратарын йыйыу, улар менән файҙаланыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте. «Бал ҡорто» уҡыу комплексы проекты сиктәрендә балалар тренажерҙар ярҙамында осоусы ҡоролмаларҙы өйрәнә. Тәүге оҫталыҡ дәресе баш ҡаланың 164-се мәғариф үҙәгендә ойошторолдо. Проект малай-ҡыҙҙарға ижади фекерләргә, инженер һәләттәрен асырға, һөнәри йүнәлеш алырға булышлыҡ итәсәк тип күҙаллана. Дәрестә сәнәғәт, ауыл хужалығы, транспорт, хәүефһеҙлек йүнәлештәрендә файҙаланылған пилотһыҙ осоу аппараттары төрҙәре өйрәнелә.

Волна
Акции БСТ