Өфөлә Владимир Жириновский исемендәге урам барлыҡҡа килде

Уны асыу сараһында ЛДПР рәйесе Леонид Слуцкий ҡатнашты. Яңы урам Дим районындағы Ольха урамын Ленин районында проектланған урамдарҙың береһе менән тоташтыра. Уның оҙонлоғо 800 метр самаһы. Партия өсөн был мөһим ваҡиға. Владимир Жириновский иҫән сағында бер нисә тапҡыр Башҡортостандың баш ҡалаһында була.

Беҙҙең өсөн мөһим, сағыу ваҡиға. Эргәләге торлаҡ йорттар әлегә икенсе адрес йөрөтә, әммә тиҙҙән был йортта йәшәүселәр рәсми рәүештә Владимир Жириновский урамында йәшәйәсәк. Киләсәктә бында яңы йорттар, сәнәғәт зданиелары ҡалҡып сығасаҡ. Жириновский урамы мәңгелеккә Өфө картаһына яҙылды.

Леонид Слуцкий, Рәсәйҙең либерал-демократтар партияһы рәйесе
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ