Айыҡ аҡыл менән эш итергә кәрәк. Тыуған илгә хеҙмәт итеү теләге булырға тейеш. Республика Башлығы кәңәшсеһе Артур Йомағужин шулай тип белдерҙе. - Махсус хәрби операция башланған осорҙа дрондар башлыса разведка өсөн ҡулланылды. Хәҙер улар дошманды, техниканы юҡ итә ала, шулай уҡ алғы һыҙыҡта хәрби припас, аҙыҡ-түлек килтереү өсөн кәрәк. Пилотһыҙ системалар ғәскәрендә алдынғы технологиялар ҡулланыла. Операторҙар ҡатмарлы техника менән идара итеү, уны ремонтлау буйынса тейешле белем ала. Был тыныс тормошта ла кәрәкле һөнәр, - тине Артур Йомағужин. Башҡортостанда пилотһыҙ системалар ғәскәренә яугирҙар ҡабул ителә.





