Эштәр "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты буйынса башҡарылды. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был юлға яҡын ауылдарҙа 2 мең ярым кеше йәшәй. Уның аша федераль трассаға сығырға була. Республикала быйыл милли проекты буйынса 200 километр юлды тәртипкә килтереү маҡсаты ҡуйылған.




