Үҙенсәлекле ҡомартҡы.Үрге Ҡыйғы ауылында йәшәүсе ир үҙе йәшәгән йорт ихатаһында уникаль табыш-боронғо ҡылысҡа юлыҡҡан. Белгестәр билдәләүенсә, ҡылыс иртә тимер дәүеренә ҡарай. Ғалимдар фаразлауынса нефрит менән биҙәлгән 89 сантиметрҙан оҙонораҡ ҡорал беҙҙең төбәккә Ҡытайҙан килеп эләккән. Рәсми документтар әҙер булғандан һуң ул милли музейға яңы экспонат итеп тапшырыласаҡ.
Боронғо ҡылысҡа белгестәр тарафынан тарихи эксперитиза үткәреү күҙаллана. Ә реставраторҙар ҡомартҡы-ҡылысты тергеҙеү эштәренә тотонасаҡ. Музей хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, был Ҡытай коллекцияһындағы дүртенсе ҡылыс.



