Нефтекама инклюзив театры Мәскәү сәхнәһендә сығыш яһаны

Нефтекаманың Татар инклюзив театры Мәскәүҙең Көньяҡ-көнсығыш административ округының коворкинг үҙәге сәхнәһендә сығыш яһаны. Яҡташтарыбыҙ баш ҡала тамашасыһына Хәлисә Рәйхан-Башҡортостан телевидениеһы ветераны, яҙыусы һәм шағирә Хәлисә Мөхәмәҙиеваның пьесаһы буйынса «Прасковья» спектаклен күрһәткән.

Уның режиссеры Ильмира Әләүетдинова. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларына арналған сәхнә әҫәрендә төп героиня яҙмышы аша тотош бер ғаиләнең тарихы сағылдырылған. Спектаклдә Нефтекама инклюзив театрынан тыш, Ижевск һәм Ҡазан ҡалаларынан 40-тан ашыу артист, шул иҫәптән мөмкинлектәре сикләнгән актерҙар ҙа ҡатнаша. Уларҙың ҡайһы берҙәре эпизодик ролдәрҙә генә уйнаһа ла, бер бөтөн сәхнә әҫәрен тыуҙырыуға үҙ өлөшөн индергән. Мәскәү тамашасыһында йылы тәьҫораттар ҡалдырған гастролде Әлфиә Агеева етәкселек иткән «Сэсэн» ижад берекмәһе ойошторған. Ижади коллективтар киләсәктә лә берлектәге проекттарын дауам итмәксе.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ