Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов менән осрашыу үтте

Уны “Юлдаш” радиоһының “Журналист-ирекмәндәр” төркөмө ойошторҙо. Сарала махсус хәрби операция яугирҙары, ирекмәндәр, республика киң мәғлүмәт саралары хәбәрселәре ҡатнашты. “Хәрби берләшмәләр бөтә кәрәк-яраҡ менән тулыһынса тәьмин ителгән. Республика уларға даими ярҙам итә. Һалдаттарҙың рухы күтәренке.  Бөгөн фронтта иң кәрәклеһе дрондар һәм пилотһыҙ осҡостар менән идара итеүселәр”, - тине Алик Камалетдинов.

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов менән осрашыу үтте

Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе. Уларҙы хәрбиҙәрҙең заявкаһы буйынса эшләргә саҡырҙы. Журналист Лариса Абдуллина Алик Камалетдиновҡа “Позывной “Башкир”” китабын бүләк итте.

Фото №1 - Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов менән осрашыу үтте
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ