Ауыл хужалығы объектының эше менән бөгөн Ҡырмыҫҡалыға эш сәфәре барышында Республика башлығы ла танышты. Радий Хәбиров райондың икмәк комбинатында, Олокүл табип амбулаторияһында ла булды. Төбәктәге үҙгәрештәр тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Таҙартыла, елләтелә, киптерелә. Һүҙ иген культураларының элеваторҙа үткән этаптары тураһында бара. Комплекс 123 мең тонна уңышҡа иҫәпләнгән, объектты сафҡа индереүгә 2 миллиард 600 миллион һум аҡса һалынған. Был өҫтөнлөклө инвестиция проекты, инженер һәм транспорт инфраструктураһы төҙөүгә тотонолған сығымдарҙың бер өлөшө кире ҡайтарыласаҡ. Хужалыҡ етәксеһе Радик Рафиҡов әйтеүенсә, элеваторҙы асыу 60 яңы эш урыны асырға булшлыҡ иткән, киләсәктә бында тимер юлы һалыу ҙа планлаштырыла. Предприятие үҫемлекселек, орлоҡсолоҡ буйынса уңшыл эш алып бара, хужалыҡтың сәсеү майҙандары 90 мең гектарҙан ашыу.
Ауыл хужалығы предприятиеһы Константиновка ауылы эргәһендә машина-трактор паркы ла төҙөгән. 10 мең квадрат метр майҙанды биләгән гаражда 30 иген урыу комбайны, 45 трактор һәм тағылма агрегаттар һаҡлана. Ошонда уҡ эшселәр өсөн ашхана асылған, әҙер ризыҡ баҫыуға ла алып сығыла. Хужалыҡ сәсәеү эштәрен ваҡытында тамамлаған, быйыл рапс майҙандары киңәйтелгән. Аграрийҙар уҙған йылдағы һымаҡ мул уңышҡа иҫәп тота, яңы элеваторҙа һаҡлау урыны етерлек.
Башҡортостан башлығы Ҡырмыҫҡалы районына эш сәфәре барышында икмәк комбинатында ла булды, ул Башҡортостан ҡулланыусылар союзы системаһына инә. Предприятие 2004 йылдан эшләп килә һәм тәүлегенә генә 10 тоннанан ашыу икмәк ризыҡтары етештерә.
Былтыр комбинатта капиталь ремонт үткәрелгән. Әммә эш үҙенсәлектәре йылдар дауамында үҙгәрешһеҙ ҡала. Икмәк уңып, күпереп бешһен өсөн был эште яратып башҡарыу мөһим. Комбинатта үҙ һөнәрен яратҡан оҫталар эшләй, һәр береһенең ҡулынан көн һайын 1 тонна ҡамыр үтә, ти директор Әлфирә Богданова.
Олокүл ауылында иһә яңы модулле табип амбулаторияһы эшләй башлаған, медицина учреждениеһы 5 меңгә яҡын кешене хеҙмәтләндерә, уларҙың 700-е балалар. Бында пациенттар өсөн заманса шарттар тыуҙырылған, терапевт, педиатр. акушер-гинеколог, стоматолог кабинеттары эшләй, прививкалар яһатырға мөмкин. Өлкәндәрҙе лә, балаларҙы ла дауалайбыҙ, ти теш табибы Ришат Хәкимйәнов.
Радий Хәбиров Олокүлдә табиптар һәм халыҡ менән аралашты, беренсел медицина звеноһын яҡшыртыу буйынса башҡарылған эштәр тураһында һөйләне. Хәҙер ауыл ерендәге шарттар ҙа ҡаланыҡынан ҡалышмай, элекке осор меннә сағыштыррылыҡ түгел, ти Суфияровтар ғаиләһе.
Республика башлығы белдереүенсә, урындарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттары, амбулаториялар төҙөүҙе 5 йыл эсендә тамамлау планлаштырыла.Был эш федераль программа буйынса алып барыла.
Ҡырмыҫҡалы районы республиканыэң көслө муниципаль берәмектәренең береһе, әммә районда социаль инфраструктра, юлдар буйынса проблемалар бар, уларҙы эҙмә-эҙлекле рәүештә хәл итәсәкбеҙ, тине Башҡортостан башлығы.
Р.Кәримова



