Республиканың буласаҡ пилоттары тәүге тапҡыр самолет штурвалы артына ултырҙы. Башҡортостанда авиация класы кадеттары «Күк йөҙө ҡыйыуҙар өсөн» проектына ярашлы,инструкторҙар менән бергә бәләкәй моторлы самолеттарҙа осоп ҡараны. Был сара Башҡортостан башлығының гранттар фонды ярҙамында ойошторола. Маҡсат-осоуға һәләтле үҫмерҙәрҙе асыҡлау. «Первушин» аэродромынан Айнур Кәбиров репортажы.
Тәүҙә бар маршрутты ҡулдар ярҙамында үтеп сыҡҡандан һуң ғына штурвал артына. Һуңынан ғына бәләкәй моторлы самолет эсенән хәҙер инде ҡанатлы фразаға әйләнгән «От винта!» командаһы яңғырай.
Штурвал артында исеме есеменә тап килгән Платон Соколов. Өфөнөң 160 лицейында кадет класында уҡыусы үҫмер икенсегә күккә күтәрелә. Әлбиттә, тәжрибәле пилот менән йәнәшә ултырып. Күнекмәләр өсөн ярты сәғәт ваҡыт. Шул ваҡыт эсендә генә ғүмерлеккә етәрлек кисерештәр алаһың, ти буласаҡ пилот.
Тәү сиратта самолеттар, һуңынан ғына ҡыҙҙар, тип йырланһа ла гүзәл заттар үҙҙәре лә егеттәрҙән ҡалышмай. Ағиҙел ҡалаһынан Лилә бөгөн тәүге тапҡыр самолетты үҙе йөрөтәсәк. Ҡыҙ һауала вираждар яһағанда ерҙә ҡалған атаһы ла шатлығынан етенсе күктә.
Күнекмәләр теүәл үтәлде һәм Лилә аэродромға төшә. Ҡыҙҙан пилот сығасаҡ, ти инструктор.
Кадеттар штурвал артына тота килеп ултырмай. Тәүҙә теория, һуңынан тренажерҙа, артабан инструктор менән һәм аҙаҡта ғына самолет менән идара итеү мөмкинлеге бирелә. Осош ваҡытында буласаҡ пилоттар дүрт күнекмә башҡарырға тейеш.
Тап ошо күнекмәләр ваҡытында кемдең граждандар авиацияһына барасағы, ә кемдәрҙең хәрби юлды һайлауы билдәләнә. Ә бәғзеләр самолет штурвалы уның өсөн түгел икәнлеген асыҡлай. Кем белә, бәлки киләсәктә самолетҡа ултырған ваҡытта беҙ ҙә «Һеҙҙең менән экипаж һауа карабы капитаны Платон Соколов» тигән һүҙҙәрҙе ишетербеҙ.
А.Кәбиров




