Өфө-Белорет поезында вагондар һаны ике тапҡырға артты

Башҡортостандың гүзәл тәбиғәтен тағы ла күберәк туристар күрә аласаҡ. Өфө-Белорет ҡала яны поезы составы ике тапҡырға арттырылды. Хәҙер ғәҙәти биш вагон урынына пассажирҙарҙы бер юлы 10 вагон хеҙмәтләндерә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Айғыр» тау экспресында 1 майҙан яңы «Финист» электропоезы йөрөй башланы. Ошо ваҡыт эсендә ул 10 меңдән ашыу кешене ташыған. Тиҙ йөрөшлө электричкалар Башҡортостан Хөкүмәтенең Куйбышев тимер юлы менән берлектәге флагман проекты. Хеҙмәттәшлек емеше эске туризмды үҫтереү һәм әүҙем ял төрҙәрен популярлаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған.

Өфөнән электропоезд иртәнге сәғәт 8-се 8 минутта ҡуҙғала һәм Белоретҡа дүрт сәғәттә барып етә. Юл буйында ул Инйәр, Айғыр, Йүшә, Оло йылға һәм Сермән станцияларында туҡтай. Ошо уҡ көндө баш ҡалаға әйләнеп ҡайтырға мөмкин. Бөтә федераль һәм төбәк льготалары ғәмәлдә, шул иҫәптән уҡыусылар һәм студенттар өсөн дә. Тау экспресы айырыуса туристар араһында популяр.

Волна
Акции БСТ