Иглин ауылында «Юнармия уйындары» Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик ярыштарының муниципаль этабы үтте

Унда район мәктәптәренән 12 команда ҡатнашты. Уйындар ете төрлө ярышты үҙ эсенә алды. Уларҙың һәр береһенең үҙ ҡатмарлығы һәм нескәлеге булды. Баһалама комиссияһы тигеҙ сафҡа теҙелгәндә үҫмерҙәрҙең кейеменә төп баҫым яһаны. Иң оҙайлы ярыш хәрбиләштерелгән эстафета ине. Йәштәр гранаталар ташланы, ҡул көсө менән кәүҙәләрен күтәрҙе, ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыҡты һәм зыян күреүселәрҙе күсереп йөрөттө. Иглин районында «Йәш армиясылар» хәрәкәте 2017 йылдан алып үҫешә. Бөгөнгә уның сафында 300-ҙән ашыу ағза иҫәпләнә.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ