Өфөлә хәрби автоинспекторҙар өсөн контравария әҙерлеге буйынса махсус дәрестәр үтте

Аҙна дауамында улар теоретик белем алыу менән бергә, тиҙлек, көс һәм руль техникаһы тренажерҙарында тәжрибә тупланы. Күнекмәләр шулай уҡ асыҡ майҙансыҡта ла ойошторолдо. Уҡыу-уҡытыу сараларында Үҙәк хәрби округы төбәктәренән йәмғеһе 20 хәрби хеҙмәткәр ҡатнашты. Махсус курс һуңынан улар имтихан тапшырҙы. Һәр инспектор тәүҙә ваҡытҡа ҡаршылыҡ һыҙаттары аша үтһә, артабан төркөмдәргә бүленеп төрлө маневрҙар башҡарҙы. Тулы дәрес үҙләштереүселәргә дәүләт өлгөһөндәге таныҡлыҡ тапшырылды.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ