Шулай уҡ һалдаттарға кәрәк-яраҡтар, посылкалар ебәрелде. Махсус хәрби операцияға ярҙамды Бөтә Рәсәй полиция ассоциацияһының ирекмәндәр штабы ағзалары тупланы. “Ағас материалдар хәрбиҙәр өсөн блиндаждар, траншеялар, элемтә юлдары һәм ҡорал һаҡлау өсөн келәттәр төҙөүҙә бик мөһим”, - ти ирекмән Альфред Сафин. Ул махсус хәрби операцияға 60-тан ашыу сәфәр ҡылған.





