Фажиғәле осраҡтар Шишмә районы Сәлих ауылында һәм Дүртөйлөлә булған. “Көндәр эҫе тора. Әммә һыу инеү миҙгеле асылманы әле”, - ти Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы вәкиле Ленария Ямалетдинова.
Башҡортостан ҡотҡарыусылары йылға һәм күл буйҙарында рейд уҙғара. Балалар һәм балыҡсыларға ҙур иғтибар бирелә. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратырға кәрәк. Бәйләнеш телефоны: 112.





