Май аҙағына тиклем ошондай сикләү ҡаралған. Был турала Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итәләр. Талап туристар һәм һунарсыларға ла ҡағыла. Урман биләмәләрендә контроль көсәйтелә. Патруль хеҙмәте тәүлек әйләнеһенә эш тәртибенә күсерелә. Сикләү янғын хәүефе менән бәйле. Башҡортостан урмандары шулай уҡ камералар ярҙамында күҙәтелә.





