Өфөлә “Башҡорт аты” конкурсына йомғаҡ яһала

Еңеүселәр 29 майҙа “Китап байрамы” йәрминкәһе барышында бүләкләнә. Ярыштың муниципаль этабында 1 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Республика этабына 260 эш тәҡдим ителгән. “Авторҙар башҡорт атының республика тарихы һәм мәҙәниәтендә тотҡан урынын яҡшы аңлай. Бөтә эштәр ихлас башҡарылған. Әбйәлил, Ауырғазы, Баймаҡ, Дәүләкән һәм башҡа райондар конкурсҡа әүҙем ҡушылды”, - тип белдерҙе жюри рәйесе, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор Ираида Әхәтова.

Фото №1 - Өфөлә “Башҡорт аты” конкурсына йомғаҡ яһала
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ