Республика законына ярышлы, был көндә иҫерткес эсемлектәр һатыу тыйыла. “Бындай сикләүҙәр йәмәғәт тәртибен һаҡлау өсөн һөҙөмтәле. Халыҡ ҡанунды яҡшы аңлай һәм хуплай”, - тип белдерҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов.
Республикала был аҙнала һабантуйҙар башлана. 30 майҙа Әбйәлил, Ғафури, Йылайыр, Ҡалтасы һәм Күгәрсен райондарында һабан байрамы була. Уның барышында алдынғы хеҙмәтсәндәр бүләкләнә, ярыштар уҙғарыла. Һабантуйҙар теҙмәһе менән “Аңлатабыҙ. Башҡортостан” порталында танышырға мөмкин.





