Башҡортостандың сәнәғәт модулле кластеры Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы Реестрына инде (промышленность)
Республикала сәнәғәт кооперацияһын үҫтереүҙең яңы этабына старт бирелде: Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының Сәнәғәт кластерҙары Реестрына Модулле сәнәғәт кластеры индерелде, унда Туймазылағы модулле һәм тиҙ төҙөлгән конструкциялар етештереү предприятияһын үҙ эсенә алған «Тройка Групп» сәнәғәт компанияһы ҡатнаша.
Башҡортостан кластерҙар ассоциацияһы тарафынан был кластер заводтар төҙөүҙең тулы ҡеүәтле экосистемаһын булдырыу маҡсатында Башҡортостан менән Тамбов өлкәһендәге модулле конструкциялар етештереүсе 6 предприятиены бер нигеҙгә берләштереү юлы менән булдырылды. Был үҙ сиратында төҙөлөш материалдары менән тәьмин итеүсенең, инжиниринг компанияларының көсөн бергә тупларға һәм улар алдында торған бурыстарҙы бергәләп хәл итергә ярҙам итәсәк, тигән ышаныста кластерҙы барлыҡҡа килтереүселәр.
- Сәнәғәт модулле кластерын булдырыу тураһында ҡарар илебеҙҙәге заводтар төҙөү өсөн яңы офоҡтар аса һәм технологик суверенитетты нығытыуға булышлыҡ итә. Тап кластерлы ҡараш дөйөм стратегик маҡсаттарға ирешеү өсөн предприятиеларҙың, ғилми ойошмаларҙың һәм власть органдарының көсөн берләштерергә мөмкинлек бирә, - тип билдәләне Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев. Был өлкәләге үҫеш мөмкинлектәрен Республика Башлығы Радий Хәбиров һәр ваҡыт даими контролдә тота.
ПРЕФАБ-төҙөлөштө үҫтереү - ул объекттарҙы сафҡа индереү ваҡытын күпкә ҡыҫҡартырға, заводта конструкцияларҙы йыйыу иҫәбенә төҙөлөш нормативтарына тап килеүҙе һәм тармаҡтағы хеҙмәтте ойоштороуҙың юғары һөҙөмтәһен тәъмин итергә булыша. Шулай уҡ был хәүефһеҙ һәм автоматлаштырылған процестар «Торлаҡ һәм ҡала мөхите», «Һаулыҡ һаҡлау» һәм «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙың төп технологик драйверы булып тора.
- Башҡортостандың Рәсәйҙә сәнәғәт базаһынан алып инженер компетенцияларына тиклем ПРЕФАБ-төҙөлөш үҙәктәренең береһенә әйләнеү өсөн бөтә тәүшарттары бар. Беҙҙең, кластерҙың төп ҡатнашыусыһы булараҡ, бурысыбыҙ - объекттар төҙөү генә түгел, ә яңы индустрия булдырыу, - тип билдәләне «Тройка Групп» ойошмаһының генераль директоры Эдуард Яҡупов.
Әлеге ваҡытта Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы Реестрына Башҡортостан Республикаһының 29 сәнәғәт кластеры индерелгән. Модулле сәнәғәт кластерының федераль Реестрға инеүе унда ҡатнашыусылар алдында дәүләт ярҙамы менән ҡулланыуға юл аса.





