Дәүләт ярҙамы Башҡортостан компанияһына илдәрҙең баҙарында продукция тәҡдим итергә мөмкинлек бирҙе

Фото №1 - Дәүләт ярҙамы Башҡортостан компанияһына илдәрҙең баҙарында продукция тәҡдим итергә мөмкинлек бирҙе

Дәүләт ярҙамы Башҡортостан компанияһына йөҙҙән ашыу илдең баҙарында продукция тәҡдим итергә мөмкинлек бирҙе (инвестиции)

«Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты сиктәрендә Башҡортостан Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәгенең ярҙамы республика компанияһына донъяның 150-нән ашыу иленән профессиональ һатып алыусыларға продукция тәҡдим итергә мөмкинлек бирҙе. «Стартэк» предприятиеһы ағасты тәрән эшкәртеү менән шөғөлләнә. Глобаль баҙарға сығыуҙың төп юлы булып компанияның урман сәнәғәте комплексы өсөн ҙур халыҡ-ара Woodresource B2B-платформала  урынлашыуы торҙо.

- Дәүләттең ошо сығымдарҙы берлектә финанслауы компанияны глобаль кимәлдәге уйынсыға әүерелдерә. Предприятиелар өсөн адреслы инвестиция программаһы менән эшләүҙең төп файҙаһы - ул ҙур финанс ҡыйынлыҡтарға тарымай ғына мөһим  халыҡ-ара килешеүҙәргә сығарыусы инструмент менән ҡулланыу мөмкинлеген алыу.  Беҙ ысынында был юл менән иһә экспортерҙан һатып алыусыға тиклемге маршрут тәҡдим итәбеҙ, - тине Республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Волна
Акции БСТ