Республикала үтә лә ябай булмаған аҙна көтөлә. Төбәк башлығы барлыҡ ведомстволарға, айырыуса көс структураларына уяу булырға һәм көсөргәнешле эш режимына күсергә ҡушты. Был аҙнала баш ҡала һәм райондарҙа күләмле байрамдар, фестивалдәр, һуңғы ҡыңғырауҙар һәм күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы төрлө саралар үтә. Был осорҙа йәмғиәттең, айырыуса балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мөһим. Китап байрамы һәм «Ҙур балалар фестивале шаңдауы» нда ҡатнашыу өсөн бик күп федераль ҡунаҡтар, билдәле артистарҙың да килеүе көтөлә. Ваҡиғаларға бай аҙнаға әҙерлек Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә тикшерелде.

Иң көтөлгән һәм иң тулҡынландырғыс мәл. Был көн һәр кемдең ғүмерендә бер генә килә. Шуның өсөн һуңғы ҡыңғырауҙар мөмкин тиклем тантаналы һәм шул уҡ ваҡытта хәүефһеҙ үтергә тейеш. Башҡа йылдарҙан айрмалы мәктәпте тамамлау уңайынан уҙғарылған байрамдар хәтерҙә ҡалырлыҡ үтәсәк. Иртәгә имтихан тип борсолаһы түгел. Сөнки быйыл дәүләт һынауҙары бер аҙға кисектерелде.
Нисек кенә яҡшы әҙер булмаһындар балалар өсөн һәр имтихан белемгә һынау ғына түгел. Был осорҙа сығарылыш синыф уҡыусыларына айырыуса иғтибар бүлеү, ярҙам итеү мөһим, тине Радий Хәбиров.
Республикала балаларҙы парта артынан алып эшкә урынлашҡансы тиклем оҙатып барыу системаһы булдырылған. Мәскәүҙә эшләй башлаған кадҙар стажировкаһы үҙәге лә ошо эшмәкәрлектең бер өлөшө. Унда ил баш ҡалаһы һәм Санкт-Петербургта уҡыған студенттар республика предприятиеларында практика һәм стажировка үтеү мөмкинлеге таба ала. Был алым Башҡортостандан ситтә белем алыусы йәштәрҙе кире тыуған яҡтарына эшкә ҡайтарыу өсөн дә һөҙөмтәле.
Был аҙна Һуңғы ҡыңғырауҙар, ҡорбан байрамы, Ҙур балалар фестивале шаңдауы, Китап байрамы-Газ-нефть -технологиялар. Башҡортостанда был аҙна күләмле саралар үтә. Әйткәндәй, китап байрамы быйыл баш ҡала сиктәренән күпкә киңерәк тарала. Һәр район был фестивалгә ҡушыла һәм тематик сорашыуҙар, йәрминкәләр ойоштора.
«Ҙур балалар фестивале шаңдауы» ла күләмле сараларҙың береһе. Уның сиктәрендә Башҡортостанда тиҫтәнән ашыу спектакль һәм фильмдар, йәнһүрәттәр күрһәтеләсәк. Балалар алдында Сергей Безруковтың да сығыш яһауы көтөлә.
А.Кәбиров