Башҡортостан мосолмандары Ҡорбан байрамына әҙерләнә

27 майҙа мосолмандар иң мөһим дини байрамдарҙың береһе-Ҡорбан байрамын билдәләйәсәк. Ул Ураҙанан һуң 70 тәүлек үткәс байрам ителә. Өфө ҡалаһының 24 мәсетендә ғәйет намаҙҙары уҡыласаҡ. Ғәйет намаҙынан һуң мосолмандар ҡорбан сала, уның өсөн баш ҡалала ике ерҙә махсус урын ойошторолған. Ҡорбан салыу тәртибе тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.

Ҡорбан салыу ваҡыты һәр мосолмандын үҙе йәшәгән ерҙә ғәйет намаҙы тамамланғас башлана. Мәсеттәре булмаған ауылдарҙа ғәмәл иртәнге намаҙҙан һуң башҡарыла. Ислам дине буйынса аҡылы камил, бәлиғ булған һәм зәҡәт түләй алырлыҡ мосолман ҡорбан салырға тейеш. Ҡорбан өсөн тәғәйенләнгән һарыҡтар һәм кәзәләр бер, эре мөгөҙлө мал-ике йәшлек булырға тейеш.

Әгәр һарыҡтың йәше 6 айҙан ашыу, әммә бер йылдан кәмерәк булһа ла, кәүҙәһенә ҡарап, уны ҡорбан өсөн алырға рөхсәт ителә.

Ҡорбан малы итен өс өлөшкә бүлеү яҡшы. Бер өлөшөн ғаиләңә ҡалдырырға, икенсе өлөшө менән ҡунаҡтарҙы һыйларға, өсөнсөһөн мохтаждарға таратыу хәйерле. Ҡорбан салыу урындарында мохтаждар өсөн тәғәйен өлөш итте махсус хәрби операция биләмәһенә ебәреү өсөн тапшырырға мөмкин.

Өфөлә ғәҙәттәгесә ҡорбан малдарын салыу өсөн ике майҙансыҡ ойошторола: Зинин ауылы эргәһендә, Пригородная урамы, 55-се йорт адресы буйынса «Ҡарауан» сауҙа үҙәге янында һәм Төньяҡ автовокзал янында. Зинин ауылы янындағы майҙансыҡҡа бер меңдән ашыу, Төньяҡ автовокзал эргәһенә 400 баш мал килтерелә. Был участкаларҙа малды һатып алып, шунда уҡ салдырырға мөмкин, һарыҡты алып сығыу тыйыла. Һәр участкала ветеринар станция белгестәре эшләйәсәк. Ҡорбанға килтерелгән малдың итенә шунда уҡ анализ яһаласаҡ.

Малдың тиреһен үҙ ихтыяжыңа ҡалдырырға, йә саҙаҡа итеп бирергә була. Ҡорбан салыу урындарында уларҙы йыйып алыу ойошторола. Иң мөһиме-был ғәмәлдән һуң малдың башы, тояҡтары, тиреһе һәм ағыҙылған ҡаны туҙып ятып ҡалмаһын. Ҡорбан малының һөйәктәрен эт йә бесәйгә ашатырға мөмкин, ти диндарҙар.

Ҡорбан байрамы өс көн дауам итә, мосолмандар уны табын әҙерләп ҡунаҡтар саҡырып һәм ҡунаҡҡа йөрөп уҙғара. Байрам көндө ҡорбан салырға өлөгрмәгәндәр уны алдағы ике көндә башҡара ала.

Рәмилә Исмәғилева

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ