Уҡытыусыға мәңгелек хөрмәт менән. Дыуан районы Арый урта мәктәбендә белем усағының элекке директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Жәмил Нурыев исемендәге премия тапшырыу тантанаһы үтте.
Ауыр һуғыш йылдарында буй еткереп, уҡытыусылыҡ юлын Мәсәғүт педагогия училищеһынан башлаған Жәмил Нурыев өсөн Дыуан районы ла үҙгә әйләнә-ошонда төпләнеп донъя ҡора, балалар үҫтерә. Утыҙ йыллап мәктәп директоры вазифаһында Арыйҙа ике мәктәп, интернат төҙөтөүгә өлгәшә ул. Төплө аҡыллы, намыҫлы, тәрән белемле етәксенең рухы әле лә тере-балалары уның исемендәге премия булдырып, йыл да физика, математика һәм информатика буйынса иң яҡшы өлгәшкән уҡыусыға тапшыра.
Быйыл премияға етенсе клкасты тамамлаусы Илшат Ғәйнуллин лайыҡ булды. Уҡытыусылар билдәләүенсә, Нурыевтарҙың изге башланғысы яңы традицияға юл асты-быйыл, бынан тыш, әҙәбиәт өлкәһендә уңыштар өсөн Марат Нафиҡов исемендәге премия ла тапшырыласаҡ.




