“Башҡортостан геройҙары” программаһының 4-се этабы башланды

Радий Хәбиров ошо турала белдергән. Финалистар “Патриот” паркына йыйылды. Ветерандар уҡытыуҙың был өлөшөндә заманса технологиялар һәм яһалма зиһен менән эш итергә өйрәнә, проекттар яҡлай. Унан һуң махсус хәрби операция яугирҙарына диплом тапшырыла. Улар республика менән идара итеү командаһында эшләй ала. “Башҡортостан геройҙары” программаһы “Геройҙар ваҡыты” тигән федераль проекттың дауамы булып тора.

Фото №1 - “Башҡортостан геройҙары” программаһының 4-се этабы башланды
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ