Бөгөн Башҡортостан мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырау яңғырай

17 меңдән ашыу ҡыҙ һәм малай ун беренсе, 54 мең самаһы уҡыусы туғыҙынсы класты тамамлай. Өфөләге Рауил Бикбаев исемендәге 102-се гимназия директоры Шайморат Тимербулатов һөйләй.

Бөгөн Башҡортостан мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырау яңғырай

Бөгөн коллегабыҙ, “Юлдаш” радиоһы алып барыусыһы Гөлназ Хәлитованың ғаиләһе өсөн дә мөһим көн. Уның улы Данис 11-се класты тамамлай. 

Бөгөн Башҡортостан мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырау яңғырай

Республикала сығарылыш уҡыусылары өсөн йомғаҡлау имтихандары ғәҙәттәгенән һуңғараҡ башлана. Тәүге Берҙәм Дәүләт Имтиханы 1 июндә була. 9-сы класс уҡыусыларының төп дәүләт имтиханы 2 июндә башлана. “Был ҡарар мәктәптәргә уҡыу программаһын тыныс тамамларға һәм һынауҙарға яҡшыраҡ әҙерләнергә мөмкинлек бирә”, - ти Башҡортостан мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин.  

Бөгөн Башҡортостан мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырау яңғырай

Берҙәм дәүләт имтиханында рөхсәт ителгән ризыҡтар аталды. Мәғариф өлкәһен күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттән хәбәр итеүҙәренсә, һынау тотоусылар аудиторияға шоколад, банан, шыйыҡ йогурт һәм шешәлә газһыҙ һыу индерә ала. Аҙыҡ-түлектең тышлығы тауыш сығарырға тейеш түгел. Берҙәм дәүләт имтихандарының төп этабы 9 июлгә тиклем дауам итә.

Фото №1 - Бөгөн Башҡортостан мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырау яңғырай
БАШКОРТТАР-БСТ
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ