Унда махсус хәрби операция ветерандары, йәмәғәт ойошмалары ағзалары ҡатнаша. Машиналар колоннаһы Өфөнөң Совет урамына Ҡырмыҫҡалы районы Шайморат ауылына тиклем бара. Ауылда Рәсәй Геройы, 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйылған. Автосәфәрҙә ҡатнашыусылар монументҡа сәскә һала, яугирҙар рухына намаҙ ҡыла.





