Тәүге Берҙәм Дәүләт Имтиханы 1 июндә була. 9-сы класс уҡыусыларының төп дәүләт имтиханы 2 июндә башлана. “Был ҡарар мәктәптәргә уҡыу программаһын тыныс тамамларға һәм һынауҙарға яҡшыраҡ әҙерләнергә мөмкинлек бирә”, - ти Башҡортостан мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин.
Берҙәм дәүләт имтиханында рөхсәт ителгән ризыҡтар аталды. Мәғариф өлкәһен күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттән хәбәр итеүҙәренсә, һынау тотоусылар аудиторияға шоколад, банан, шыйыҡ йогурт һәм шешәлә газһыҙ һыу индерә ала. Аҙыҡ-түлектең тышлығы тауыш сығарырға тейеш түгел. Берҙәм дәүләт имтихандарының төп этабы 9 июлгә тиклем дауам итә.





