350 мең һум күләмендә дәүләт ярҙамы. Уны махсус хәрби операция ветерандары социаль контракт буйынса юллап, үҙе һәм тормош иптәше исеменә эш асыу йәки киңәйтеү өсөн йүнәлтә ала Уңышлы итеп эшҡыуарлыҡҡа тотоноусылар менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Әле күптән түгел генә уның ҡулында һуғыш ҡоралы булһа, хәҙер сәскәләр. Был гөлләмәне махсус хәрби операция ветераны үҙе асҡан магазиндан махсус бүләк булараҡ тапшырҙы. Михаил Васько үҙ эшен асыуға куратор ярҙамында ирешкән. Ә Ишембай районы Ҡолғона ауыл биләмәһе башлығы Алик Ямалов социаль контракт буйынса атай-олатайҙары кәсебе ҡортсолоҡто үҫтерергә иҫәп тота.
Эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәреннә өйрәтеү маҡсатында ветерандарға махсус курстар ойошторола һәм куратор бүленә. Ярҙам алыу өсөн «Ватанды Һаҡлаусылар» фонды филиалына мөрәжәғәт итеү етә, унда белгестәр бизнес-план төҙөргә булышлыҡ итәсәк. Социаль контрактҡа ғаризаны «Дәүләт хеҙмәте» сервисы аша бирергә мөмкин.
Социаль контракт программаһы ветерандан тыш, уның ҡатынына ла дәүләт ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеген бирә.Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Эльмир Шәйхетдинов һуғышта ауыр яралана. Һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнеү сәбәпле, ветерандың ҡатыны үҙ эшен асҡан. Эльвина ғаилә бизнесын киңәйтеүгә социаль контракт төҙөй.
Башҡортостанда эшҡыуарлыҡҡа тотонған күп кенә ветерандар тыныс тормошҡа уңышлы яраҡлашты. Лидерлыҡ сифаттары, ойошҡанлыҡ һәм яуаплылыҡ тойғоһо уларға ышаныслы бизнес төҙөргә ярҙам итә. Оҫтахана, кафе, логистик компания йәки социаль проект булһынмы... Уларҙың эше килем килтереүҙән тыш, кешеләрҙе эшле итеп йәмғиәт үҫешенә булышлыҡ итә.
Гүзәл Борханова




