Башҡортостанда эшҡыуарлыҡ аҙналығы старт алды

«Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проекты буйынса район-ҡалаларҙа 150 эшлекле сара уҙғарыла. Программаға ярашлы, бәләкәй һәм урта бизнес, туризм, креатив индустриаларға ярҙам мәсьәләләренә арналған панель сессиялар, конференциялар һәм түңәрәк өҫтәлдәр, власть органдары вәкилдәре менән осрашыуҙар ойошторола. Бизнес-идея, проекттарҙы тормошҡа ашырыу, дәүләт ярҙамы буйынса һорауҙарға яуап алырға мөмкин. Республикала эшҡыуарлыҡ аҙналығы сирек быуаттан ашыу ойошторола, быйыл ул 29 майға тиклем дауам итә. Саралар тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте +7 (347) 224-99-99 ҡыҙыу линия телефоны буйынса белергә була.

Волна
Акции БСТ