Сосланбәк Тавасиевтың ейәне реставрация хаҡында фекерен белдерҙе

Сосланбәк Тавасиевтың ейәне Салауат Юлаевтың һәйкәлен реставрациялағанда бронзаны ҡулланыу тәҡдимен ыңғай баһаланы. Билдәле скульптор үҙе лә заманында монументты ҡойор алдынан тап ошо металды ҡулланырға теләй. Әммә ул йылдарҙа финанс ҡыйынлыҡтар арҡаһында материал суйынға алмаштырыла. Бронзанан күсермә яһағанда тәү сиратта эштең сифатына, атап әйткәндә, төп нөсхәне күсереп алыуға баҫым яһарға кәрәк, тине Ростан Тавасиев.

Архивта табылған документтарға ярашлы, скульптура иң тәүҙә бронзанан эшләнергә тейеш була. Сөнки был материал металл кеүек, ул суйындан яҡшыраҡ. Техник яҡтан уйлағанда ла бронзаны һайлау отошло. Ә инде үҙенсәлек һәм тарихи ҡиммәт күҙлегенән ҡарағанда, суйындан эшләнгән оригиналды ҡалдырыу дөрөҫ булыр.

Ростан Тавасиев, Сосланбәк Тавасиевтың ейәне, рәссам

Бынан алда эксперттар реставрацияның ике вариантын да баһалаған һәм зыян күргән деталдәрҙе яңынан ҡойорға тура киләсәк тигән һығымтаға килгән. Әммә был осраҡта оҙайлы гарантия тураһында һүҙ алып барыу мөмкин түгел. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбиров оҫтаханаға барғанында бронзанан күсермә яһау, ә суйын оригиналды тергеҙеп быяла көмбәҙ аҫтында урынлаштырыу мәсьәләһен күтәрҙе.

Флоренцияла, мәҫәлән, Давид Миккеланджелоның майҙандағы статуяһы музейға урынлаштырыла. Был оригиналды оҙағыраҡ һаҡлау өсөн эшләнгән, шул уҡ ваҡытта күсермәһе майҙанға ҡуйыла. Донъяла шундай тәжрибә бар һәм был вариантты иғтибарға алырға кәрәк.

Ростан Тавасиев, Сосланбәк Тавасиевтың ейәне, рәссам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ