Александр Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусында «Һуңғы ҡыңғырау» сыңланы

Ил намыҫы һәм ғорурлығы, ҡораллы көстәрҙең буласаҡ элитаһы. Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусында ла «Һуңғы ҡыңғырау» сыңланы. 9-сы һәм 11-се кластарҙы тамамлаусылар майҙан буйлап тантаналы марш менән үтте. Улар кесе иптәштәренә Рәсәй һәм уҡыу йорто фрагтарын тапшырҙы. Был тулҡынландырғыс мәл кадет йолаһының һаҡланыуын кәүҙәләндерә. Иҫтәлекле көн менән погонлы йәштәрҙе абруйлы ҡунаҡтар ҡотланы.

Ата-әсәләр һәм кураторҙар кадеттарға ҡотлау һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте. Улар сығарылыш уҡыусыларының һәр ваҡыт тыуған ил алдындағы бурыстарын иҫтә тотор һәм үҙ маҡсаттарын тормошҡа ашырыуға ныҡлы аҙым яһар, тип ышана. Рәсми өлөштән һуң сараны мауыҡтырғыс вальс дауам итте.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ