Баймаҡ районы мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырау яңғыраны

Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр! Баймаҡ районы мәктәптәрен быйыл 210-11-се, 819-9-сы класс уҡыусыһы тамамлай. Һуңғы ҡыңғырау тантаналарында уларға өлкәндәрҙән изге теләктәр еткерелде, иң-иңдәре маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Сығарылыш класс уҡыусыларының ғәмһеҙ мәле-бала саҡ менән хушлашыу, мәктәп менән һаубуллашыу мәле етте. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Сыңғыҙ мәктәбенең 8 уҡыусыһы өсөн дә һуңғы ҡыңғырау яңғыраны.

Ошо уҡыу йылдарында Сыңғыҙ мәктәбенең 9 класс уҡыусылары уҡыуҙа ла, спортта ла, башҡа төрлө сараларҙа ла үҙәрен һынатмаған. Сығарылыш кисәһендә уларҙың иң-иңдәренә маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары тапшырылды. Ата-әсәләр, саҡырылған ҡунаҡтар ҙа үҙҙәренең изге теләктәрен еткерҙе.

Сыңғыҙ мәктәбендә үткән тантаналы линейка йыр-бейеүгә, сағыу сығыштарға бай булды. Былар барыһы ла һәр кемде ҡыуандырҙы, һөйөндөрҙө. Матур байрам мәктәпте тамамлаған уҡыусыларҙың йөрәгендә мәңгегә һаҡланасаҡ.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ